+20 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
1 Ноябрь 2019, 13:47
Бөйөк Еңеүгә арналды
Шаҡша биҫтәһендә лә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына яңы төҙөкләндерелеп килгән Хәтер скверында шундай уҡ исемле аллея барлыҡҡа килде. Һомғол шыршыларҙы ултыртыуҙа15-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, 47-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, 78-се мәктәптең уҡытыусылары һәм кадеттары бик әүҙем ҡатнашты.
Ағас – тормош һәм быуындар бәйләнеше символы. Хәтер аллеяһы ата-бабаларыбыҙҙың Тыуған илебеҙҙе ғүмерҙәрен йәлләмәй батырҙарса, ҡыйыу һаҡлағанын беҙгә мәңге иҫкә төшөрөп торор.
Осрашыуға килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙың, ветерандарҙың әйтелгән йылы һүҙҙәренән һуң музыка мәктәбенән Алмаз Әхмәтов һәм Руслан Кирамов етәкселегендәге ҡурай ансамбленең моңло көйҙәре яңғыраны. Кадеттар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә бағышлап вальс әйләнде. Улар һуғыш ветерандарына ҡағыҙҙан яһалған торналар ҙа бүләк итте.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?