+1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
1 Ноябрь 2019, 16:38
Руслана – «Көҙ һылыуҡайы»
Был көндө лицей эсе шау-гөр килеп торҙо. Тамаша залында музыка уйнай. Бөтә бишенсе синыф уҡыусылары йыл да ойошторолған «Көҙ һылыуҡайы – 2019» бәйгеһенә йыйылды. Һәр синыфтан ике ҡатнашыусы тәҡдим ителде. Сығыштарҙы X синыф ҡыҙҙарынан торған жюри баһаланы.
Конкурс дүрт этапта үтте. Тәүгеһендә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырып, кемдер яҙған шиғырын уҡыны, икенселәр ҡыҙыҡ итеп үҙе хаҡында һөйләне.
Унан һылыуҡайҙар береһенән-береһе ҡупшыраҡ кейемдәрен күрһәтергә сыҡты. Күлдәктәре генә түгел, причёскалары ла матурлығы менән күҙҙе арбаны.
Артабанғы этап – «Көҙгө натюрморт». Бында һәр береһе үҙе төшөргән һүрәте менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
«Үҙешмәкәр сығыш» һынауы бигерәк йәнле булды. Ҡалай һәләтле икәндәр, бәйгеселәр үҙҙәрен яңыса асты.
Бөтә этаптарҙа ла V «Б» синыфынан Руслана Григорьева менән Эвелина Сидорова айырылып торҙо. Шулай итеп, Эвелинаға беренсе урын бирелде. Ә «Көҙ һылыуҡайы – 2019» исемен Руслана яуланы.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, V «Б» синыфы етәксеһе.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.
Читайте нас в