+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Туған телгә булған һөйөүемде әйтерем тик туған телемдә!»

Күренекле шағир, мәшһүр һүҙ оҫтаһы Рәшит НАЗАРОВтың тыуыуына – 75 йыл Яҡташыбыҙ, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың 75 йыллыҡ юбилейын билдәләү саралары районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә, китапханаларҙа ҙурлап ойошторола. Талбазы лицейы уҡыусылары ла ситтә ҡалманы, белем усағыбыҙҙа шиғриәт кисәһе үткәрелде. Унда балалар яҡташыбыҙҙың биографияһы һәм ижады менән танышты.


Шиғриәт кисәһендә уҡыусылар яҡташыбыҙ­ҙың башҡорт, татар, урыҫ телдәрендәге шиғырҙарын ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне. X «Б» сины­фынан Дилә Ғүмәрова, IX «В»нан Карина Богда­нова, IX «А»нан Гөлнара Мөхәмәтшина, III «А»нан Илсур Исламғоловтар­ҙың сығыштары бигерәк матур булды.

Беҙҙең арала булмауына ҡарамаҫтан, Рәшит Назаров үҙенең шиғырҙарын яратыусылар алдында һәр ваҡыт тура һүҙле, халыҡсан, ихлас һәм кешелекле шәхес булып хәтерҙә ҡалды.


Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.

Читайте нас: