+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тырышып ятҡан көнөбөҙ

Бөгөнгө глобалләшеү, урбанизация шарттарында беҙҙең «Сулпылар» башҡорт балалар баҡсаһында туған телебеҙгә ихтирам, йылы мөнәсәбәт тәрбиәләүгә күп көс һалына.

Әйткәндәй, Рәсәй кимәлендә киң билдәләнгән республикабыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы саралар беҙҙең баҡсала ла йыл дауамында барҙы. Уларҙы ойоштороуҙа төрлө алымдар, техник саралар ҡулландыҡ.

Күмәк тырышлыҡ менән һәр төркөмдә «Башҡортостанға – 100 йыл» тип исемләнгән махсус мөйөштәр булдырҙыҡ. Тәрбиәселәр уларҙы үҙҙәре тапҡан тематик әҙәбиәт менән тәьмин итһә, музыка белгесебеҙ байрамдарҙы милли рухтағы көй-моңдар менән биҙәп, кескәйҙәрҙе шатландырҙы.

Бына әле яңыраҡ балаларға Башҡортостан тәбиғәте хаҡында иллюстрациялар, видеофильмдар күрһәттек. Республика көнөнә арналған байрам кисәһендә «Башҡортостан – Тыуған илем» күргәҙмәһе әҙерләнде.

Л. Әбделғафарова, тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы, «Сулпылар» балалар баҡсаһы.

Читайте нас: