+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
8 Ноябрь 2019, 15:53
Күңелле каникулдың бер көнөндә
Ялда рәхәт тә, күңелле лә, шулаймы, дуҫтар? Беҙ ҙә V «Б» синыфы менән көҙгө каникулдың бер көнөн мауыҡтырғыс итеп уҙғарҙыҡ, «Ал елкән» туристик агентлығы аша Өфө ҡалаһына сәйәхәткә барҙыҡ. Дуҫлыҡ монументында, Салауат Юлаев һәйкәлендә булыу, баш ҡалабыҙҙағы мәсет, сиркәүҙәрҙе күреү балаларҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Экскурсия үткәреүсе Юлиә Рыжованың һөйләгәндәре бик оҡшаны. Кинотеатрҙа «Малефисента 2» фильмын ҡарағандан һуң да ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Ә ботаника баҡсаһында сәскәләр, ҡыуаҡтар, ағастарҙың төрлөлөгө хайран ҡалдырҙы! Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа ысын матурлыҡ донъяһы асылды. «Ҡабартма»ға инеп балалар тәмле ризыҡтар менән һыйланды.
Боулинг уйнау ҙа ҡыҙыҡлы булды. Күптәр бында тәүге тапҡыр ине. Балалар махсус аяҡ кейемдәре кейеп алғас, ҡағиҙәләр менән танышты. Тәүҙә уйын тыныс ҡына башланып китһә, аҙаҡ шарҙы ырғытҡан һайын йәнлерәк төҫ ала барҙы. Иң күп мәрәйҙәрҙе Радмир Бәширов, Камилла Бикмырҙина, Камил Хәбибуллин, Юра Гаврилов, Егор Семёновтар йыйҙы.
Өфөнән рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, синыф етәксеһе.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән