+20 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
15 Ноябрь 2019, 13:57
Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ
2019 йыл иҫтәлекле көндәргә бай ҙа ул. Республикабыҙҙың 100 йыллығын Башҡортостанда ғына түгел, хатта Мәскәүҙә лә билдәләп үттеләр. Был байрамдан беҙҙең VI синыф уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Улар Әлфиә Зөбәйерова етәкләгән «Аҡ шоңҡар» фольклор түңәрәгендә йыр-бейеү өйрәнеп, белем усағында, ҡалала үткәрелгән төрлө сараларҙа сығыш яһаны.
«Сәскә ат, Башҡортостан Республикам!» тип аталған эстәлекле байрам кисәһе лә матур уҙҙы. Тыуған илебеҙҙең үткәне һәм бөгөнгөһө сағылдырылды. Концертты Айһылыу Сәйфулина менән Ғәлинур Хәмитов оҫта итеп алып барҙы. Тантаналы кисәлә «Ватаным», «Милли моңдар», «Ҡурай таҡмаҡтары», «Их, егеттәр…», «Башҡортостан» кеүек матур йырҙар яңғыраны. Илвина Әминева һәм Артур Гузиндар бигерәк тә моңло тауыштары менән тамашасыларҙың йөрәген әсир итте. Йәш таланттарҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
Интернат-лицей уҡыусылары Мостай Кәримдең – 100, Рәшит Назаровтың 75 йыллыҡ юбилейҙарына арналған бәйгеләрҙә лә һынатманы. Был конкурстарға ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе тәрбиәселәре әҙерләгәйне.
Лицейыбыҙҙа «Һаулыҡҡа – 100 аҙым» тип аталған акция ла ойошторолдо. Уны тәрбиәсе Римма Зөбәйерова X синыф уҡыусылары менән ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп уҙғарҙы. Дүшәмбе көн – командаларҙың тамашаһы, шишәмбе «Һаулыҡ әлифбаһы» тигән ярыштар үтте. Бында һәр синыфтың командаһы төрлө өлкәгә ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Шаршамбыла «Плакаттар» һынауында проектарын яҡлаһалар, кесаҙнала спорт ярыштары ҡыҙыу барҙы. Башланғыс синыфтар – «Күңелле старт»тарҙа, юғары синыфтар волейболда үҙҙәрен һынап ҡараны. Биш көн буйына барған төрлө конкурстарҙа бөтә уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Унда иң-иң тип табылғандарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Акция фәһемле фильм ҡарау менән тамамланды.
Бына шулай күңелле йәшәйбеҙ.
Зөлфиә СӘЙФУЛЛИНА, тәрбиәсе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
Ленин исемендәге 2-се интернат-лицей.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?