+25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
22 Ноябрь 2019, 13:27
Ҡояшҡа тиңләйем
Әсә... Ниндәй тылсымлы, матур һүҙ! Уның эсенә күпме изгелек, йылылыҡ һыйған.
Әсәй булғанда донъя яҡты, ҡояш та гел йылмайып торған кеүек. Ауыр саҡта үҙен күҙ алдына килтереү менән бөтөн ҡыйынлыҡтар юҡҡа сыға.
Минең әсәйемдең исеме – Рәсимә. Ул Мәсетле районында донъяға килгән, ә бала сағы Дыуан районы Арый ауылында үткән. Шунда һигеҙенсе синыфты тамамлағас, Өфө районы Михайловка ауылындағы училищеға уҡырға инә. Унда йәшелсә-емеш үҫтереүсе һөнәрен үҙләштереп, Алексеевка ауылында бик ҙур теплицала эш башлай. Шул ваҡытта Аксён ауыл хужалығы техникумынан белгестәр килеп, уҡырға инергә теләүселәргә имтихан тапшырып ҡарарға тәҡдим яһай. Әсәйем һынауҙарҙы уңышлы үтеп, ошо уҡыу йорто студенты булып китә.
Был ваҡытта Мәләүез районы Һәргәй ауылы егете Фәрит Ибраһимов та был техникумда белем алып йөрөгән икән. Әлбиттә, атайым бер күреүҙән әсәйемә ғашиҡ була. Улар өйләнешеп, Һәргәй ауылына ҡайтып, үҙ аллы тормош көтә башлай. Колхоздар тарҡалғансы әсәйем фермала һыйыр һауа, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы «Спартаковсы» лагерында эшләй. Дүрт ул – дүрт баһадир донъяға килтерә әсәйем. Улдары Салауат, Азат, Айрат, Айҙар үҙ ғаиләләрен ҡороп, бик матур итеп йәшәй.
Ә мин, Настя-Гөлназ, был яҡшы ғаиләгә килеп эләгеүемде яҙмыш бүләге тип ҡабул иттем. Унда миңә шул тиклем рәхәт, сөнки атай-әсәйем дә, ағайҙарым да бик ярата. Әсәкәйем – минең серҙәшем дә, кәңәшсем дә, әхирәтем дә. Ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Үҙе тыныс холоҡло, шундай алсаҡ. Тик яҡшылыҡҡа, изгелеккә өйрәтә. Кешеләргә иғтибарлы. Сәскә кеүек матур, йомшаҡ күңелле. Ул йылмайһа, бар донъя йәмләнгәндәй булып китә.
Ҡояшҡа тиң әсәйемә бик күп рәхмәттәр әйтер инем. Мин һинең гел шулай матур, көслө, бәхетле булыуыңды теләйем.Оҙон ғүмерле булып, беҙҙең изгелегебеҙҙе күреп, оҙон-оҙаҡ йәшә! Дуҫтар, иң мөһиме – әсәйҙәрҙе рәнйетмәйек, йөрәктәренә ут һалмайыҡ, ҡәҙерләйек!
Әсәйҙәрҙе яратайыҡ,
Әсәйҙәр бит бер генә.
Беҙ уларҙы рәнйетмәйек,
Хөрмәтләйек гел генә.
Настя ИВАНЦОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...