-8 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
22 Ноябрь 2019, 13:34
«Теласҡыс» үҙәген ойошторҙоҡ
Баламды туған телдә үҫтерергә теләүсе йәш әсәй булараҡ, ярты йылдан ашыу инде «Инстаграмм» селтәрендә @jam_ilam аккаунтын алып барам. Бында мин башҡорт балалар фольклорын һалам, тиҙәйткестәр, һанағыстар, уйындар, мәҙәктәр, бала тәрбиәләү буйынса башҡорт халҡының йолаларын да ҡуям.
Хәҙер ҡыҙыма өс йәш тулды, телмәре әүҙемләшә барған сағы. Бына ошо ваҡытта башҡорт мөхитенең юҡлығын тойҙоҡ та инде. Паркта саф һауала йөрөгәндә, балалар майҙансыҡтарында, уйын бүлмәләрендә, үҫтереүсе үҙәктәрҙә тик урыҫса һөйләшкәндәрен генә ишетәбеҙ.
Шуға үҙем кеүек йәш әсәй – Гөлназ Насированы табып, сабыйҙар өсөн «Теласҡыс» балалар үҙәген асып ебәрергә булдыҡ. Беҙҙең дәрестәр Өфөләге «SmartFox» инглиз балалар клубы нигеҙендә үтә. Балаларға ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булһын өсөн бар күңелебеҙҙе һалып эшләргә тырышабыҙ. Файҙалы мәғлүмәттәр биреп кенә ҡалмайбыҙ, ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр ҙә эшләйбеҙ. Кескәйҙәр дәрес ваҡытында башҡорт көйөнә бейей, ҡурай моңон тыңлай, халыҡ йырҙары менән таныша, логик мәсьәләләр сисә, һанарға ла өйрәнә.
Эмилия ҒӘЗЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в