+11 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
22 Ноябрь 2019, 13:23
Ҡулынан килмәгән эше юҡ
Әсәйебеҙ йәмле Балаҡатай районында тыуып үҫһә лә, тормош елдәре уны Салауат районының хозур тәбиғәтле Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан Комсомол ауылына алып килә.
Атайыбыҙ Вадим Фәхрәзей улы менән ҙур, матур йорт һалып инәләр. Донъяларына ҡот һәм йәм өҫтәп, беҙ, игеҙәк ҡыҙҙар – Айһылыу менән Айгүзәл, донъяға килгәнбеҙ, ә 2015 йылда инде – игеҙәк ҡустыларыбыҙ Алмаз менән Илназ.
Атайыбыҙ «Янғантау» шифаханаһында эшләй, әсәйебеҙ – балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Беҙ VI синыфта тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡыйбыҙ, футбол ярыштарында призлы урындар алабыҙ. Әсәйебеҙгә оҡшап, тәртипле, аҡыллы булып үҫеп киләбеҙ. Ҡустыларыбыҙ Алмаз менән Илназ балалар баҡсаһына йөрөй.
Яғымлы, талапсан, эшсән, тырыш, ижади ҡарашлы әсәйебеҙҙе балалар ҙа ярата. Бәләкәстәрҙә Тыуған илгә, туған телгә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй ул. Әсәйебеҙ бер ваҡытта ла буш ултырмай. Йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡул эштәренә лә өлгөрә. Беҙҙе гел яҡшылыҡҡа, изгелеккә, кешеләргә иғтибарлы булырға өйрәтә. Ул йылмайһа, бар донъя йәмләнгәндәй булып китә. Ҡәҙерлебеҙгә ап-аҡ бәхеттәр, шатлыҡ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Айгүзәл менән Айһылыу ҒИБӘҘУЛЛИНАлар.
Салауат районы, Янғантау мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...