+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Ноябрь 2019, 12:19
Фольклор байрамы
Сибай ҡалаһының моделле балалар китапханаһында «Фольклор йәйғоро» исемле байрам ойошторолдо.
Унда балалар һынашмаҡтар, әүрәткестәрҙе иҫкә төшөрҙө, йомаҡтар систе. 8-се мәктәптең II «А» синыфы уҡыусылары уҡытыусылары Зилиә Хәлим ҡыҙы Ишбирҙина етәкселегендә төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре, байрамдары хаҡында бай мәғлүмәт бирҙе. Ҡыҙҙар башҡорт халҡының «Ҡап та ҡоп» уйынын уйнаны, ә малайҙар мари халҡының «Әтәстәр ярышы»нда ҡатнашты. Ҡаҙаҡ халҡының «Олатайҙың ишәге ҙурлыҡ ҡуян хаҡында» булмаҫтай хәлде тыңлағас, бергәләшеп татар халыҡ көйҙәренә бейенеләр. Балалар төрлө халыҡтарҙың фольклорына арналған китап һәм күргәҙмә материалдар менән дә танышты.
Был көндө уҡыусылар, милли байрам-йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр төрлө булыуға ҡарамаҫтан, Ер йөҙөндә дуҫ һәм татыу, тыныс тормошта йәшәргә кәрәклеген аңланы.
Земфира ӘБҮБӘКЕРОВА, библиограф.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?