-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Иркәләп, наҙлап ҡына уята

Әсәйем – бик иртәсел кеше. Таңғы биштәрҙә уяна ла шым ғына эштәрен башҡара. Шунан беҙҙе иркәләп, наҙлап уята һәм өҫтәл янына саҡыра. Ҡустыларым менән бергәләшеп иртәнге сәй­ҙе эскәндән һуң, изге теләктәрен теләп, уҡыуға оҙата.

Уның эшһеҙ ултырған сағын бер ваҡытта ла күргәнем юҡ. Йә тәмле-тәмле бәлештәрен бешерә, йә тиҙ генә бәйләмен ҡулына алып, бейәләй, шарф, ойоҡбаштар бәйләй. Был һөнәргә өйрәнергә теләге булған апай, еңгәйҙәрҙе лә өйрәтеп алды. Улар хәҙер бергә йыйылышып, матур-матур ҡул эштәре әҙерләй.

Йәйгеһен донъябыҙға ҡот биреп ултырған баҡсалағы аллы-гөллө сәскәләргә лә әсәйемдең күңел йылыһы һалынған. Ә теплицалағы ҡыяр, помидор! Быйыл хатта шәкәрле ҡабаҡ үҫтереп, беҙҙе йәй буйы һыйланы.

Мин әсәйемә оҙон ғүмер, бәхет, шатлыҡтар теләйем. Йөҙөнән бер ҡасан да йылмайыу китмәһен! Беҙ һине яратабыҙ, әсәй!

Алтынбай ХӘСӘНОВ, V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Читайте нас: