+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йотлоғоп тыңланыҡ

Беҙҙең VIII «Б» синыфы уҡыусылары флешмобта ҡатнашты. Был акция 44-се балалар китапханаһында уҙҙы. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» әҫәренән өҙөктө тасуири уҡырға кәрәк ине.

Китапханасыбыҙ Разия Сибәғәт ҡыҙы Ғәйнуллина менән һәр ваҡыт китапханаларҙа үткән төрлө сараларға бик теләп йөрөйбөҙ. Әле лә шатланып барҙыҡ. Шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Сара Буранбаева менән Алһыу Бәхтиеваның сығыштарын йотлоғоп тыңланыҡ.

Синыфташым Алмаз Таһиров театр донъяһына мөкиббән ғашиҡ. Ул: «Мин үҙебеҙҙең әлеге театр актёрҙарын ныҡ хөрмәт итәм. Балалар өсөн ҡуйыл­ған һәр спектаклен ҡарарға тырышам. Атайым да актёр булып эшләгәс, барыһы ла ҡыҙыҡ. Үҙем дә роликтарға төшкәнем бар. Театрҙың 100 йыллығына арналған марафонда ҡатнашыуыма бик шатмын», – тине.

Эйе, мин дә ошондай матур һәм йылы осрашыуҙар беҙгә бик кәрәк, тип уйлайым.

Зарина ИҘЕЛБАЕВА, VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: