-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
13 Декабрь 2019, 12:47

Байрамдарға бай йыл

2019 йыл байрамдарға бай булды. Республикабыҙҙың, Мостай Кәримдең, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең – 100, Яҙыусылар союзының 85 йыллыҡ юбилейҙары... Беҙ ҙә ошо иҫтәлекле көндәргә арнап ҡыҙыҡлы саралар уҙғарҙыҡ.

Яҙыусылар союзы һәм «Китап» нәшриәтенең күркәм байрамдары «Яңы көнөм – яңы китап бите!» тип аталған әҙәби осрашыуҙар менән билдәләнде. Улар «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһында һәм китапхананың үҙендә интернат-лицейҙың II синыф уҡыусыларын саҡырып үткәрелде. Был осрашыуҙа ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы «Китап» нәшриәте һәм Яҙыусылар союзының тарихы менән таныштырҙыҡ, китап баҫылып сыҡҡанға тиклем ниндәй оҙон, ауыр юл үтеүе тураһында һөйләнек. Презентациялар әҙерләп күрһәтеп, кескәйҙәр менән белем, уҡыу, китап хаҡында әңгәмәләштек, мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөк.

Балалар баҡсаһында уҙған байрамда Зөһрә Үтәғолованың яңы ғына донъя күргән «Йәнле мунсаҡ» китабының исем туйын да үткәрҙек. Осрашыуҙа автор үҙе ҡатнашып, нисек шиғыр яҙа башлауын һөйләне, ҡыҙыҡлы ла, урыны менән көлкөлө лә шиғырҙарын уҡып, ҡобайырынан өҙөк һөйләп, балаларҙы бик ҡыуандырҙы.

Ә инде интернат-лицейҙағы кисәлә яҙыусы Фәриха Вәлиуллина үҙенең биографияһы, ижады тураһында һөйләне, бер нисә хикәйәһен, әкиәтен уҡып та ишеттерҙе. Балалар менән әңгәмәләште, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар бирҙе.


Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: