+19 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Декабрь 2019, 12:19
Ысын йөрәк һүҙе булды!
Бына бөгөн «Йөрәк һүҙе» тигән конкурс! Бөтә ҡатнашыусылар ҙа матур итеп шиғыр һөйләне.
Башта беҙҙең синыф Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләп, зал менән флешмоб үткәрҙек. Шунан Мостай Кәрим ижады буйынса сығыш яһаусыларҙы тыңланыҡ. Беҙ синыфташым Диана Әбдрәхимова менән икәүләп «Ҡоштар осорам» шиғырын һөйләнек. Тамашасылар оҙаҡ ҡул сапты.
Яҡташ шағирҙарҙың ижады буйынса ла сығыш яһаусылар күп булды. Туған тел тураһында ла һөйләне ҡатнашыусылар. Мәктәбебеҙ директоры ла, уҡытыусылар ҙа ҡатнашыуы ҡыҙыҡ ине. Жюри һығымта яһағансы өлкән синыфта уҡыған апай, ағайҙар бейене, йырланы.
Еңеүселәр булып, Даян, Дамир, Әнисә Утарбаевтар танылды. Диана менән мин өсөнсө урын яуланыҡ. Был конкурста еңелеүселәр булманы, ҡатнашыу үҙе еңеү бит инде.
Миңә бәйге бик оҡшаны. «Йөрәк һүҙе» йыл һайын үткәрелер, тип ышанам!
Нәркәс ҒҮМӘРОВА, V «А» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Иҫке Сибай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?