+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
28 Декабрь 2019, 01:01

Бигерәк ярҙамсыл үҙҙәре

– Һәр мохтаж кешегә ярҙам итергә әҙербеҙ! – ти V «Б» синыфы уҡыусылары.

Башланғыс синыфтан күсеүҙәренә дүрт ай ғына булыуға ҡарамаҫтан, улар ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп изге эштәр башҡарырға өлгөрҙө.

Ә инде Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арнап бер сара үткәргәндән һуң, уҡыусыларым донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарай башланы. Китапхана хеҙмәткәрҙәре һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәргә Шыршы байрамы уҙғарышырға ярҙам итеүҙәрен һорағас, ҡуш ҡуллап риза булдыҡ. Һәр ҡыҙ һәм малай үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Ярты синыф йыр, бейеү, шиғыр һөйләү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтһә, икенселәре иһә оло йәштәге апай-ағайҙарға ярҙамға йөрөүҙәрен дауам итте. Улар араһында эшһеҙ тилмереп йөрөгән уҡыусы юҡ.

– Бөтә балаларҙың да изге күңелле, сәләмәт булыуын теләйбеҙ. Етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ, – ти бишенселәрем.

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, V «Б» синыфы етәксеһе.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.

Читайте нас: