+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ үҙебеҙ – илештәр!

Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияла ҙур байрам уҙҙы. Республика Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында яҡташтарыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов, Татарстандың халыҡ шағирҙары Роберт Миңнуллин һәм Әхсән Баяндың тормош һәм ижад юлына арналған кабинет-музей – ижади лаборатория асылды.

Эйә булған 507 мең 600 һум күләмендәге аҡсаға мәктәп бүл­мәһен музей өсөн үҙгәртеп йыһазландырылды, витриналар, проектор, интерактив таҡта, ноут­буктар, документ-камера, смарт-телевизор, принтер һәм китаптар алынды. Бай материал тупланды, бигерәк тә яҡташтарыбыҙҙың шәхси әйбер­ҙәре, китаптары, фотоматериалдары беҙҙең өсөн ҡәҙерле.

Музей асылыу тантанаһына күңелдәрендә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү тойғоларын йөрөткән, тел ҡәҙерен, һүҙ көсөнөң баһаһын белгән, шиғри йәнле дуҫтарыбыҙ – Роберт Миңнуллин һәм Суфиян Поварисов менән Әхсән Баяндың туғандары, яҡындары йыйылды. Унда гимназия директоры Айһылыу Насретдинова ҡунаҡтарға кабинет-музейҙы булдырыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Байрамда яҡташтарыбыҙҙың шиғырҙары, йырҙары яңғыраны, уға балаларҙың шаян бейеүҙәре йәм өҫтәне.

Музей асылып, ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, сарала ҡатнашыусылар өсөн тәүге экскурсия ойошторолдо. Экскурсоводтарҙың мауыҡтырғыс һөйләүе һәр кемдең күңеленә үтеп инеп, тәрән эҙ ҡалдырҙы. Был кабинет-му­зей­ҙа уҡыусылар яҙыусы һәм шағир­ҙар­ҙың ижадын өйрәнер, шулай уҡ тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнәсәк, яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәт юлын һәм һуғыш батырлыҡтарын өйрәнеп, фотоальбомдар ҙа төҙөрҙәр.

Кабинет-музей – ижад лабораторияһы ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Туған тел уҡытыу­сылары менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, район семинарҙары, шиғыр һөйләү бәйгеләре, китап уҡыусылар конференциялары ла ойошторолор. Бындай эш башҡарыу уҡыусыларҙа патриотик хис тәрбиәләй, яҡташ яҙыусы һәм шағирҙарыбыҙҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уята.

Светлана ФӘЙЗРАХМАНОВА, Сулпан ИСЛАМҒӘЛИЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.
Илеш районы.

Читайте нас: