+8 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
3 Ғинуар 2020, 13:31
Хыялым тормошҡа ашты
Ура, хыялдарыбыҙ тормошҡа ашты! Беҙ, Баймаҡ районында йәшәүсе 12 уҡыусы, Яңы йылдың мөғжизәле илендә йөрөп ҡайттыҡ, республикабыҙҙың төп Шыршы байрамында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Юлдың алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, кәйефебеҙ шәп ине. Барған көндө киске уйында рәхәтләнеп бейеп алдыҡ, тәмле итеп ашаттылар һәм атасаҡ таңға ҙур өмөттәр менән бүлмәләргә таралдык.
Бына ул 20 декабрь! Күпме көттөк беҙ был көндө, ниндәй тулҡынландырғыс мәл! Ҡыҙҙар менән иртә тороп, сәстәрҙе бөҙрәләттек, егеттәр ҙә ихлас әҙерләнеп, сағыу-сағыу кейемдәрен кейҙе.
Шыршы байрамында беҙҙе бик ихлас ҡаршы алдылар. Республикабыҙҙың иң әүҙем, уңған балалары йыйылғайны. Унда Вилдан Яруллин, Каринэ Хәбирова, Айбулат Хажин кеүек күренекле кешеләр менән фотоға төшөү бәхете тейҙе. Яңы йыл әкиәте лә бик ҡыҙыҡлы ине.
Өс көн «һә» тигәнсе үтте лә китте. Бөтәбеҙ ҙә Өфөнән илһам, көс, дәрт менән ҡайттыҡ. Онотолмаҫ көндәр бүләк иткән өсөн атай-әсәйемә, беҙҙе ҡурсалап йөрөүсе Рәсимә Моратоваға, мәғариф бүлегенә, мәктәп етәкселегенә ҙур рәхмәт әйткем килә. Хыялдар тормошҡа аша, тик теләй белергә, күп көс һалырға кәрәк, дуҫтар!
Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА,
VIII «В» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-cе лицей.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?