+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телен өйрәнәм

Көҙөй мәктәбенең IV «Б» синыфында уҡыйым. Башҡорт телен бик яратып өйрәнәм.

Беҙгә дәрестә Айнур Асҡаровтың бик ҡыҙыҡлы «Еңмеш» фильмын күрһәткәйнеләр, ныҡ оҡ­шаны. Башҡорт теле дәресендә уҡытыу­сыбыҙ Лилиә Ислам ҡыҙы башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса викториналар ҙа ойоштора, йомаҡ­тар ҙа ҡоя. Беҙ «Минең тыуған Баш­ҡорт­останым» тигән стендты биҙәп ҡуй­ҙыҡ, һүрәттәрҙә тыуған төйәге­беҙҙең байлығын күрһәтергә тырыштыҡ.

Бер көндө синыф менән мәктәп китапханаһына ла барып килдек. Унда Эльвира Хисаметдинова башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары хаҡын­да һөйләне. Мин үҙем район кимәлендә Мостай Кәримгә арналған «Күңел тауышы» шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, диплом алдым.

Башҡорт телен өйрәнеү Тыуған илебеҙ тураһында күберәк белергә ярҙам итә. Һеҙ ҙә туған телегеҙҙе өйрәнегеҙ, был бит файҙаға ғына!


Маша ФОКИНА.
Иглин районы.

Читайте нас: