Бөтә яңылыҡтар

Әкиәт төбө – хәҡиҡәт

Беҙҙең китапханала кесе йәштәге мәктәп уҡыусылары өсөн бик фәһемле сара уҙҙы.

Ул «Әкиәт аҡланында: башҡорт әкиәттәре» тип аталды. Маҡсатыбыҙ балаларҙа башҡорт халыҡ әкиәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, белемдәрен арттырыу ине. Әҙәби сәғәт барышында ҡыҙҙар, малайҙар ҡарһүҙҙәрҙең биш төркөмгә бүленгәнен белде. Бергәләп төрлө-төрлө әкиәттәрҙе иҫкә төшөрҙөк.

«Әкиәтте танып бел» конкурсы, викторина һорауҙарына яуап биреү, йомаҡтар сисеү барыһына ла оҡшаны. Уҡыусылар кисә аҙағында әкиәт китаптарын өйҙәренә уҡырға ла алды.


Гөлфиә САБИРОВА, өлкән китапханасы.
Асҡын районы, Ҡашҡа моделле китапханаһы.

Читайте нас: