+21 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
31 Ғинуар 2020, 13:21
Серле донъяға сәйәхәт
Быйыл йәй республикабыҙҙың башҡорт гимназияларында «Тамыр селтәре» телестудиялары асылды. Беҙ ҙә улар үткәргән төрлө күнекмәләргә, дәрестәргә йөрөнөк. Бәләкәйҙән «Сәңгелдәк», «Сулпылар»ҙы яратып ҡарап үҫкәс, был сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаштым.
Мине электән тапшырыуҙарҙың нисек эшләнгәне ҡыҙыҡһындыра ине. Беренсе күнекмәлә беҙ ябай видеояҙма төшөрөргә, интервью алырға өйрәндек. Режиссёр, сценарий яҙыусы, оператор, ҡороусы һөнәрҙәре тураһында белдек.
«Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина һәм телевизион тапшырыуҙарҙы әҙерләүсе апай-ағайҙар менән таныштыҡ. «Бәхетнамә», «Тау-тау хәбәр» тапшырыуҙарының нисек төшөрөлөүен күреү ҙә бик ҡыҙыҡ булды. Икенсе, өсөнсө күнекмәләрҙә социаль ролик, сюжет, әкиәткә трейлер әҙерләү серҙәренә төшөндөк. Әкиәт өсөн төрлө бүлмәләр, кейемдәр, махсус эффекттар ҡулланыла икән.
Декабрҙә «Тамыр селтәре» проектында ҡатнашыусы уҡыусыларҙы Өфөгә бүләкләү тантанаһына саҡырҙылар. Беҙҙе унда тәмле ризыҡтар менән һыйланылар. Йырсылар Лиана Хәбибуллина, Ринат Ниғмәтуллиндарҙың сығышы байрамға йәм өҫтәне. Гимназиябыҙҙың телестудияһы «Йөкмәткеле видеояҙма» өсөн махсус приз менән бүләкләнде. «Тамыр селтәре» телестудияһында шөғөлләнеү миңә бик оҡшай.
Камила ИСМӘҒИЛЕВА, VI «В» синыфы уҡыусыһы.
Салауат ҡалаһы, 25-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?