-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

"Ал да нур сәс халҡыңа!"

Беҙҙең мәктәптә үткән кисә шулай тип аталды. Ул Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды.

Хәтер кисәһен башҡорт һәм татар телдәрендә башҡорт теле уҡытыусыһы Лариса Солтанова менән татар теле уҡытыусыһы Эльмира Зарафутдинова алып барҙы. Матур сара 6-сы мәктәп уҡыусылары – Аделина Фазылова, Софья Исламова, Айһылыу Геленовалар башҡарыуындағы бейеү менән асылды. 10-сы мәктәптән Аяз Ҡорбанов менән 11-се мәктәптән Самир Әхмәтйәновтар шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Бында ҡаланың төрлө мәктәптәренән V – VIII синыф уҡыусылары ла шиғри күстәнәстәр менән килгәйне.

Әҙәби кисәлә Шәйехзада Бабичтың бала сағын сағылдырған театрлаштырылған тамашаны һәр кем ҡыҙығып ҡарағандыр. Унда бәләкәй шағир ролен V «Г» синыфы уҡыусыһы Вадим Ғилмуллин башҡарҙы. Педагог-китапханасы Бәһиә Хәйбрахманова тарафынан Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижадына арналған шиғырҙар һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.

Кисә аҙағында мәғариф бүлеге методисы Рушана Имамова сығыш яһап, ойоштороусыларға оло рәхмәтен белдерҙе.


Гөлназ БУДАНЦЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.

Читайте нас: