+5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
7 Февраль 2020, 15:44
Каникулды ла бергәләп үткәрҙек
Эй, күңелле лә инде мәктәп йылдары! Балаларға ҡарайбыҙ ҙа үҙебеҙҙең уҡып йөрөгән саҡтарҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Белем усағында үткәргән көндәр һәр кемебеҙҙең хәтерендә һаҡланалыр...
Беҙгә, күптән белем усағын тамамлаған кешеләргә, хәҙер инде атай һәм әсәй булараҡ, балаларыбыҙ менән бергә 4-се лицейҙа үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыу бәхете тейә. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа ихлас ҡушылырға тырышабыҙ. Әле бына ҡышҡы каникулды улдарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ менән бергәләп үткәрҙек, тиһәк тә була.
Берҙән-бер көндө күмәкләп Граф күленә ҡышҡы балыҡ тотоуға йыйылдыҡ. Атайҙар кәрәк-яраҡтарҙы урынлаштырғансы, беҙ, әсәйҙәр, синыф етәксеһе Айгөл Әнүәр ҡыҙы Сирбаева менән матур итеп сәй табыны әҙерләп ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, күп итеп балыҡ тотоу шарт түгел ине. Иң мөһиме: балалар менән саф һауала ял итеү. Ә тәбиғәт ҡосағындағы күңелле ял барыбыҙға ла оҡшаны. Көндөң һыуыҡ булыуын да һиҙмәнек. Йәш балыҡсылар мәктәптең атайҙар ҡоро етәксеһе Иҙел Танһыҡҡужин әҙерләгән бүләктәрҙе алып ҡыуанды.
Йәнә бер матур көнөбөҙ ҡалабыҙҙың ял паркында үтте. Унда ла Иҙел Хәлил улы V синыфтар араһында атай-әсәй, ағай-апай һәм һеңле-ҡустылар ҡатнашлығында эстафета ярышы ойошторҙо. Әүҙемдәр бында ла бүләкһеҙ ҡалманы. Һуңынан саңғыға баҫтыҡ, тимераяҡта шыуҙыҡ. Атайҙар ҡоро рәйесе, синыф етәксеһе әүҙем ғаиләләргә Рәхмәт хаты тапшырҙы. Һуңынан тәмлекәстәр менән сәй табыны ойошторолдо.
Ошондай ҡыҙыҡлы саралар йышыраҡ булһа, унда ҡатнашыусы ғаиләләр һаны ла артыр ине. Әлеге осрашыу, ял итеү һәр атай-әсәйҙең, балаларҙың хәтерендә матур хәтирәләр булып оҙаҡ һаҡланыр. Бигерәк тә балаларыбыҙ ныҡ һөйөндө.
V «Б» синыфы атай-әсәйҙәре исеменән – Ләйлә МЫРҘАҒӘЛИНА-ИҪӘНБАЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән