+7 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
7 Февраль 2020, 13:22
Музейға бүләк – телевизор
Шәжәрә... Тарих төпкөлөнән – киләсәккә тәҙрә. Ысынлап та, үҙ нәҫел ағасыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы өйрәнергә, белергә тейешбеҙ. Шунһыҙ киләсәгебеҙҙе күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Яңыраҡ мәктәп директоры Булат Килмәтов, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гүзәлиә Закирова, Лилиә Ҡашҡаровалар, архив мөдире Глүсә Ситдиҡова менән бергәләп тыуған яҡтың тарихы музейында булып ҡайттыҡ. Унда беҙҙе Мөҙәрис Мөсифуллин яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Үҙе яҙыусы булған ағай – музейҙың директоры ла.
Был осрашыуҙа «Туған тел» түңәрәге етәксеһе Айгөл Ғәлиева улдары Радим, Морат һәм Булат менән үҙҙәренең шәжәрә ағастары хаҡында һөйләне. Улар быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған «Беҙ – Бөйөк Еңеүҙең йылъяҙмасылары» III асыҡ республика фәнни-тикшеренеү конкурсында «Олатайымдың фронттағы еңеүҙәре» эштәре менән ҡатнаша. Архив документтары ярҙамында төҙөгән шәжәрә ағастарын был бәйгегә тәҡдим итәләр.
Музейға Ғәлиевтәр экспонат та әҙерләгәйне. Өйҙәрендәге ҡомартҡы һаналған телевизорҙарын бүләк иттеләр.
Аделина ҠАШҠАРОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән