Улар балалар баҡсаһы биләмәһе буйлап йөрөнө, ә мәктәпкә әҙерлек төркөмөндәгеләр араһында ярыш та ойошторолдо.
Балалар саңғыла йөрөүҙең файҙаһын бик яҡшы белә. «Саңғы шыуыусының кәүҙәһе һәр саҡ һомғол, аяҡ-ҡулдары көслө була, тын юлдары өсөн дә саңғыла йөрөү файҙалы», – ти улар.
Һеҙ ҙә, ҡыҙҙар һәм малайҙар, спорт менән дуҫ булығыҙ! Әлбиттә, ҡышҡыһын рәхәтләнеп саңғыла йөрөп ҡалығыҙ!
Светлана БИКБОВА, өлкән тәрбиәсе.