+10 °С
Облачно
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Беҙгә килгән хаттарҙан
21 Февраля 2020, 08:22
Еңеүсе булып ҡыуандыҡ
«Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» конкурсының финалы булды. Ун бишенсе тапҡыр ойошторолған бәйгелә республикабыҙҙан ғына түгел, Македония, Чехия, Минск, Ҡырым һәм башҡа тарафтарҙан әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Был көндө шиғыр һөйләү, халыҡ шағирының әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, ҡул эштәре һәм һүрәт төшөрөү буйынса номинация еңеүселәре билдәләнде.
Мәжит Ғафури мәҙәни фонды тарафынан ойошторолған ижади бәйгелә быйыл 5 йәшлек балаларҙан алып 80 йәштән уҙған өлкәндәр ҙә үҙ көсөн һынап ҡараны. Ҡатнашыусылар сығышы видеояҙма менән интернет селтәренә һалынды. Жюри улар араһынан иң-иңдәрен һайлап, бүләктәр тапшырҙы.
Әлеге конкурста беҙ ҙә үҙ бәхетебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Бик тырышып Мораҡтағы 1-се мәктәптең VI синыф уҡыусылары Айгөл Ижбаева, Айнур Салауатов, Илвина Ишемғолова, Нәдир Киленбаев һәм икенсенән Ләйсән Кинйәбаева менән Мәжит Ғафуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлен сәхнәләштерҙек. Бүре ролен – Нәдир, аусыны – Айнур, ҡуянды Ләйсән бик оҫта итеп башҡарҙы. Автор һүҙҙәрен тасуири итеп Айгөл һөйләне. Сығышыбыҙҙы видеоға яҙҙырып, конкурсҡа ебәрҙек. Күп тә үтмәй, Өфө ҡалаһына саҡырыу ҡағыҙы алдыҡ. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне, V – VIII синыфтар араһында яттан шиғыр һөйләү номинацияһында беренсе урын алып, диплом менән бүләкләндек.
Бәйге финалынан һуң Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында булдыҡ, һәйкәле янында иҫтәлеккә фотоға төштөк. Киләһе йылда ла был конкурста ҡатнашырбыҙ, тип дәртләнеп торабыҙ.
Вәхиҙә КИНЙӘБАЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Күгәрсен районы.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...