+21 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
21 Февраль 2020, 15:07
Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ, ағайҙар!
Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә хат һүҙенең мәғәнәһе ошолай бирелгән. Ул – хәбәр алышыу йәки хәл белешеү өсөн кемгәлер тәғәйенләп яҙылған ҡағыҙ. Эйе, элек кешеләр шулай хәбәрләшеп торған. Уларҙың да төрлөһө була: асыҡ хат, ябыҡ хат, рәсми хат, һалдат хаты, баһалы хат, заказлы хат...
Шулай бер көндө беҙ, Мәмбәт мәктәбе уҡыусылары, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан хәрби бурыстарын үтәгән егеттәргә, йәғни ағайҙарыбыҙға – Бәхтиәр Ҡәйепов, Айгиз Рәсембәтов, Илгизәр Ғәбитов, Салауат Түләшевтәргә хат яҙҙыҡ. Мәктәптә хәрби-патриотик айлыҡта үткәрелгән саралар, белем усағыбыҙҙағы яңылыҡтар, ауыл хәлдәре тураһында хәбәр иттек. Ағайҙарыбыҙ ауыл сәләмдәрен алып ҡыуанырҙар, тип уйлайбыҙ. Һалдаттар яуап хаты яҙғас, уларҙың һорауы буйынса концерт ҡуйыу йолаһы ла бар беҙҙә.
Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер хат яҙышмайбыҙ, телефон аша ғына аралашабыҙ. Бына 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө лә етеп килә. Барлыҡ атайҙарҙы, егеттәрҙе, малайҙарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ. Әрмелә хеҙмәт иткән ағайҙарыбыҙҙың тыуған ауылыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Хәйбулла районы
Мәмбәт мәктәбенең
VII, VIII синыф ҡыҙҙары.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?