-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
21 Февраль 2020, 14:33

Инсаф йырларға ла әүәҫ

Һәр яҡлап та тырыш, өлгөр Инсаф исемле ҡустым бар. Ул 4-се лицейҙа VII синыфта уҡый, тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә.

Биология, география, башҡорт теле фәндәренән олимпиадаларҙа ла ҡатнашып тора, бер ҙә һынатмай. Ҡустым гел призлы урындар яулап һөйөндөрә.

Инсаф йырға ла бик маһир ул. Районыбыҙҙа үткәрелгән һәр йыр-моң конкурсының уртаһында ҡайнай, көслө, матур, моңло тауышы менән күптәр­ҙе хайран ҡалдыра. Мәҫәлән, «Сулпылар» телевизион конкурсында финалға етеп, тубығы һыныуға ҡарамаҫтан, бер ҙә юғалып ҡалманы, бирешмәне. «Иң моңло йырсы» номинацияһына лайыҡ булды. Инсаф был йыр-моң бәйгеһендә үҙенә күп тәжрибә алып, тағы ла көс-дәрт туплап, илһамланып ҡайтты.

Шундай ҡустым булыуына һөйөнәм. Уға тағы ла еңеүҙәр теләйем.

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: