+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
28 Февраль 2020, 14:03

Илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ

Һәр заманда ла белем усаҡтарында үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү – төп маҡсаттарҙың береһе. Был уңайҙан беҙҙең Беренсе Этҡол мәктәбе бик һөҙөмтәле эшләй.


Һәр йылдағыса, февраль айы хәрби-патриотик айлыҡ тип иғлан ителеп, барлыҡ саралар ҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап үткәрелде. Уҡыусылар өсөн Ватанды һаҡлаусылар көнөнә фотоһүрәттәр конкурсы уҙғарылды, улар мәктәптең тотош бер стенаһын биләп тора. Ил һаҡлауға төрлө йылдарҙа барып ҡайтҡан, Бөйөк Ватан, Афған, Чечня һуғыштарында ҡатнашҡан, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған, әрме хеҙмәтендә булған атай-ҡартатай­ҙар, ағай-олатай­ҙар тураһында мәғлүмәттәр туп­лап, һәр синыф стена гәзиттәре сығарҙы.

«Ватаныма һөйөүемде туған телдә еткерәм» исеме менән уҙған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә уҡыусыларҙың күпләп ҡатнашыуы – уларҙың телде, Ватанды һаҡлауға битараф түгеллеген күр­һәтте. Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 31 йыл тулыуға ар­нап районда үткәрелгән сарала физкультура уҡытыусыбыҙ Рәсих Йортбәков тәрбиәләнеүселәре менән «Йәш армеецтар» сығышын күрһәтте. Хәрби йыр­ҙарҙы маршҡа һалыу буйынса I – XI синыфтар араһында ярыш ойошторолдо. Бында ла уҡыусыларҙың юғары әҙерлеге күренде. Һигеҙенселәр яуҙа ятып ҡалған атай-олатай­ҙарыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдең эргә-тирәһен ҡарҙан таҙартып ҡайтһа, етенселәр тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәрзәнә Әбдел­ғәзина инәйгә өй эштәрендә ярҙам итешергә барҙы.

Уҡыусыларыбыҙҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү беҙҙә шулай ҙур ойошҡанлыҡ менән бара.

Гүзәл МӘХМҮТОВА, уҡытыусы.
Баймаҡ районы, Беренсе Этҡол ауылы.


Читайте нас: