+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйем миҙаллы булды

Әсәйем Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы өс балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән. Медицина училищеһен тамамлағандан һуң «Янғантау» шифаханаһында эшләй башлай. Бала саҡтан бергә уйнап үҫкән егете менән ҡауышып, әле матур донъя көтәләр. Атайым шифаханала автобус йөрөтөүсе булып эшләй.

Ғаиләбеҙҙә биш бала үҫәбеҙ: Динар менән Рәмил ағайҙарым Өфөлә уҡый, мин үҙем мәктәптә белем алам, бәләкәй туғандарым Айбулат менән Сафия балалар баҡсаһына йөрөй.

Беҙ ҙур, матур өйҙә йәшәйбеҙ. Йәй көнө баҡсабыҙҙа сәскәләр, емеш-еләк үҫтерәбеҙ, Йүрүҙәндә һыу инәбеҙ, бесән эшләшергә ярҙам итәбеҙ. Атайым менән әсәйем икеһе лә һүрәт төшөрөргә әүәҫ, беҙ ҙә уларҙан өйрәнәбеҙ. Бергәләп башҡортса әкиәттәр, әҙәби әҫәрҙәр уҡыйбыҙ. Барыбыҙ ҙа төрлө спорт ярыштарында ҡатнашабыҙ, күмәкләшеп сәйәхәт итергә яратабыҙ.

Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров әсәйемде «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне. Беҙ быға бик ҡыуандыҡ. Әсәйем менән ғорурланабыҙ, үҙенә таҙалыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ, һәр ваҡыт уңыштарыбыҙ менән ҡыуандырып торорбоҙ. Уны Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Лилиә ХАНОВА.
Салауат районы, Янғантау мәктәбе.

Читайте нас: