Унда Өфөнән Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Хөсәйенова, мәҙәни-ял итеү үҙәге директоры Азамат Ғилманов, «Ағинәйҙәр ҡоро» рәйесе Резида Зарипова, район советы сәркәтибе Венера Фәйзиевалар саҡырылды. Байрам урамда милли уйындарҙан башланды. Тәмле былау, эҫе сәй менән һыйланылар.
Аҙаҡ инде күңелле сара мәҙәниәт йортонда дауам итте. Һыуыҡҡул ауылы халҡы бик бай күргәҙмә әҙерләгән. Ярышта өс ғаилә ҡатнашты: Байғусҡаровтар, Ҡашҡаровтар һәм Хәбиевтәр. Килгән ҡунаҡтар жюри ағзалары булды. Бәйгенең беренсе турында ғаиләләр үҙҙәренең шәжәрәһе менән таныштырҙы. Ҡашҡаровтар нәҫел ағастарын 10 быуынға тиклем белһә, Байғусҡаровтар былтыр династияларының 300 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Шулай уҡ әлеге һынауҙа ғаиләләр үҙҙәренең ҡул эштәрен күрһәтте һәм жюри ағзаларына бешергән ризыҡтарын тәҡдим итте.
Байрамдың икенсе турына килгәндә, унда һәр ғаилә үҙе менән таныштырырға тейеш ине, «Визит карточкаһы» тип аталды ул. Һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле булды. Хәбиевтәрҙе сәхнә таныштырған һәм ҡауыштырған. Улар икеһе лә «Аҡ димгел» бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Өс ул үҫтерәләр. Байғусҡаровтарҙың өс улдары – бейеүселәр, хакимиәт башлығы булып эшләгән атайҙары ла бик матур бейей. Ҡашҡаровтар ғаиләһен шиғри рифмалар аша таныштырҙы һәм үҙҙәре тураһында йыр йырлап, сәхнәне дер һелкетеп төштөләр.
Өсөнсө турҙа ғаиләләр йыр-бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтте. Хәбиевтәрҙең әсәһе менән атаһы татар бейеүен әҙерләгән, Байғусҡаровтарҙың улдары атайҙары менән заманса башҡорт бейеүен башҡарҙы. Ҡашҡаровтар бөтә ғаиләһе менән бишәүләп башҡорт бейеүен тәҡдим итте.
Жюри ағзалары беренсе урынды Байғусҡаровтарға бирҙе, Ҡашҡаровтар – икенсе, Хәбиевтәр өсөнсө булды. Байрам Өфөнән килгән «Арғымаҡ» төркөмө концерты менән тамамланды.
Аделина ҠАШҠАРОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.