+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыу үрмәләр ҡошсоҡтар

«Шишмәкәй» балалар баҡсаһы мөдире Елена Балыкина, тәрбиәселәр кескәйҙәрҙең ижади һәләтен асыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Бәләкәстәр, ҡасан ғына атай-әсәйем килеп алыр, тип бошоноп ултырмай, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Берәүҙәр фортепьяно көйҙәренә ҡушылып, йыр башҡарһа, икенселәр спорт дәрестәрендә сәләмәтлектәрен нығыта, кемдәрҙер һандар, һүҙҙәр иленә сәйәхәт ҡыла, билдәле яҡташтарын, ер-һыу атамаларын барлай.

Үткәрелгән һәр сарала ата-әсәләр ҙә бик теләп ҡатнаша. Урыҫ, башҡорт халыҡтарынан байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү яҡшы ойошторолған. Бында туҡландырыу ҙа сифатлы.

Балалар баҡсаһынан бейеккә ҡыйыу үрмәләр ҡошсоҡтар осоп сыҡһын. Сафлыҡ бөркөр, рухты һуғарыусы «Шишмәкәй»ебеҙ урғылыуҙан туҡтамаһын.

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА, Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: