-9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күҙ теймәһен үҙенә!

Бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, Илона Әминева бөтәһенә лә өлгөрә. Өфө районы Ҡыҙылъяр мәктәбендә IV синыфта гел «бишле» билдәләренә генә уҡып ҡалмай, бейеү, йыр, инглиз теле, сәйлән бәйләү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Күңелһеҙләнеп ултырырға бер ҙә ваҡыты юҡ уның. Мәктәптән ҡайтып, өйгә эштәрен әҙерләй ҙә тағы түңәрәктәргә йүгерә.

Өйҙә лә ул – оло ярҙамсы, өләсәһен ҡарарға булыша. Уның эргәһенә ултыра ла халыҡ йырҙарын башҡарып күрһәтә. Ҡыҙ бит «Кудринки» ансамбленең солисы ла. Әсәһенә лә йорттағы эштәрҙе баш­ҡарырға ярҙам итә.

Ун йәшлек Илона киләсәккә хыял­дар ҙа ҡороп ҡуйған.

– Мин актриса булырға теләйем, – ти ул.

Мәктәптә лә, өйҙә лә бөтәһенә өлгөргән ҡыҙ маҡтауға ғына лайыҡ. Беҙҙең киләсәгебеҙ ҙә – уның кеүек балалар ҡулында. Илонаның алдағы тормошо бәхетле һәм уңышлы булһын ине.


Гөлсөм ХИСМӘТОВА.

Читайте нас: