-3 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
3 Апрель 2020, 17:51
Рәмил Ҡол-Дәүләт ижадына арнап
Сиҙәм мәктәбендә яҡташыбыҙ, талантлы шағир, драматург Рәмил Ҡол-Дәүләттең шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса «Тере һүҙ» тигән конкурс уҙғарылды.
Бында районыбыҙҙың белем усаҡтарынан V – XI синыфтарҙағы 22 уҡыусы ҡатнашты. Балаларҙың сығышын «Йәйғор» ойошмаһы ағзалары – Фәнүзә Биктимерова, Флүрә Низамова һәм Сиҙәм мәктәбе директоры Шәүрә Әхмәтҡужиналар баһалаһа, конкурста ҡатнашыусыларҙы мәктәптең I һәм X синыф уҡыусылары тәбрикләне. Шиғыр бәйгеһендә шағирҙың күп һанлы шиғырҙарын ғына түгел, «Быума» поэмаһынан өҙөктө яттан һөйләүселәр ҙә булды.
Беренсе урынды Сиҙәм мәктәбенең X синыф уҡыусыһы Әминә Мортазина менән Байымдан Камилә Сыңғыҙова алһа, икенсе урынға Амангилде мәктәбенән Нурислам Әүбәкиров һәм Ҡаҙмаштан Арсен Ниғмәтуллиндар сыҡты. Өсөнсө урынды Ҡырҙас, Ташбулат мәктәптәренән, Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһынан Аделина Манапова, Илсинә Баязитова һәм Гүзәл Хәйбуллиналар яуланы. Ә инде бәйгенең төп бүләген – Гран-приҙы Атауҙы мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Әҙилә Әйүпова алды. Ҡалған ҡатнашыусыларҙың сығыштары төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Еңеүселәргә Сиҙәм мәктәбе һәм «Йәйғор» әҙәби ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән район яҙыусыларының китаптары тапшырылды.
Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...