+7 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
17 Апрель 2020, 12:54
Үҙизоляция ауырлыҡ тыуҙырмай
Оҙайлы каникулдан һуң тәүге уҡыу көндәре бигерәк тә тулҡынландырғыс булды. Нисек уҡырбыҙ, тип хафаландыҡ, уйландыҡ. Шулай ҙа үҙебеҙҙе тиҙ ҡулға алдыҡ.
Бына беренсе синыфта уҡыусы Ләйлә ҡыҙымдың дәрестәре лә башланды. Эргәһенә барһам, мине яҡын килтермәй. «Әсәй, кит, мәшәҡәтләмә, минең дәрес бара бит», – тип ҡыуа. Уның шулай тәүге көндән уҡыуға етди ҡарауы һөйөндөрҙө.
Әле беҙ дистанцион уҡыуға өйрәндек, тиһәк тә була. Хатта 3 йәшлек ҡыҙым Әминә лә дәфтәр, ҡәләмдәр һорап алып, дәрес ваҡытында апаһы эргәһендә нимәлер эшләргә тырыша.
Үҙизоляция бөтәһе өсөн дә ҡыйынлыҡтар килтерһә лә, мин зарланмайым. Хатта бер аҙ ҡыуанам да. Күберәк бергә булабыҙ. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгәс, ваҡыт етеңкерәмәй ине. Ә хәҙер беҙ ҡыҙҙарым менән бергәләп рәхәтләнеп тәмлекәстәр бешерәбеҙ, өй мәшәҡәттәре менән булышабыҙ. Шулай уҡ һүрәт төшөрәбеҙ, китаптар уҡыйбыҙ, көн һайын эшләнгән эштәребеҙҙе уҡытыусыға ебәреп торабыҙ.
Атай-әсәйҙәргә кәңәштәрем дә бар: балалар менән күберәк ваҡытығыҙҙы үткәрһәгеҙ, уларға ярҙам итһәгеҙ, үҙизоляция ваҡыты һеҙҙең өсөн ауыр тойолмаҫ.
Эльвира ӘБСӘЛӘМОВА.
Хәйбулла районы,
Татырүҙәк ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән