Бөтә яңылыҡтар

Рәми ағай хөрмәтенә

Гимназиябыҙҙа былтыр өр-яңы этно-фольклор төркөмө барлыҡҡа килде, исеме – «Аманат».

Йыр-моң яратыусы тиҫтерҙәрем төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, хатта йырлай ҙа. Уларҙы гимназистар араһынан һайлап алыр өсөн Рәйес Низаметдинов үҙе килгән ине. Тамаша залында тыңлау уҙғас, ағайыбыҙ егеттәрҙе өзләргә өйрәтте. Ә думбыра менән гитара серҙәрен Иршат Кәлимулла улы асты. Репетициялар «Аманат» һәм «Алпа килә» көйҙәрен өйрәнеүҙән башланып китте. Төркөм исеме Рәми ағай хөрмәтенә ҡушылды.

Хәҙер ансамблгә йөрөүселәр төрлө башҡорт көйҙәрен уйнарға өйрәнә. Тамашасылары ла күп. Киләсәктә «Аманат» этно-фольклор төркөмө сағыу сығыштары менән һөйөндөрөр әле.

Айгүзәл ВӘЛИЕВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: