Балалар өйҙә генә ултырып уҡыһа ла, улар менән төрлө саралар уҙғарырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, 7 апрелдә Бөтә донъя сәләмәтлек көнөн билдәләп үттек. Иртән балаларға һаулыҡ, сәләмәт тормош, спорт тураһында шиғырҙар таратып бирелде. Аҙаҡ һәр береһе яттан һөйләп, видеоға яҙҙырып, йөкмәткеһе буйынса һүрәт яһап, фотоға төшөрөп, уҡытыусыға «Бәйләнештә» йәки ватсап аша ебәрергә тейеш ине. Был ижади эш балаларға бик оҡшаны. Киске сәғәт 5-кә барлыҡ 16 уҡыусымдан да матур, сағыу һүрәттәр, йөкмәткеле видеояҙмалар килде. Ә инде бер көн иртән дәрестәр башланғансы «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» тигән видеояҙмаларҙан флешмоб балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә ятты. Һаулыҡ тураһында һүрәттәр галереяһы ла шәп килеп сыҡты.