+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тиҙерәк мәктәпкә барғым килә!

«Тажлы» вирус... Ошо һүҙҙе тәү тапҡыр ишеткәс тә башына таж кейгән әҙәми зат кеүек матур бер һын күҙ алдыма килеп баҫҡайны. Мин бала күңелем менән уны шундай ҡиәфәттә күрҙем.

Бына ике аҙна инде мәктәпкә йөрөмәйбеҙ. Ошоға тиклем кемдер берәү миңә, уҡырға барырға кәрәкмәй, тик интернеттан ғына уҡыясаҡбыҙ, уҡытыусыларҙың күп һорауҙарына ситтән генә тороп ауыҙ йырасаҡбыҙ, тип әйтһә, ҡыуанысымдың сиге булмаҫ ине. Ысын! Рәхәт бит! Иртә менән атай-әсәйеңдән ҡырҡ әйттереп торорға, китап тулы сумканы артмаҡлап, йыбана-йыбана мәктәпкә барырға, уҡытыусыларҙың ҡабат-ҡабат аңлатырға тырышыуҙарын тыңлап ултырырға ла кәрәкмәй. Ҡалай шәп!

Вирус хәҙер инде миңә башына таж кейгән матур зат булып түгел, киреһенсә, ауыҙын ыржайтҡан, күҙҙәре ҡурҡыныс янған ҡот осмалы һын булып күренә башланы. Күпме кеше үлә, ә ул һаман туҡталырға уйламай ҙа. Беҙ ҙә инде хәҙер өйҙә генә дистанцион рәүештә уҡыйбыҙ. Мәктәптә уҡыу ҡалай һәйбәт булған икән дә, ҡәҙерен генә белмәгәнбеҙ! Биш йыл буйы уҡып йөрөгән мәктәбем, беҙгә белем бирергә тырыш­ҡан уҡытыусыларым, синыфташтарым һағын­дыра. Бергә, күмәк булыу яҡшыраҡ, күңеллерәк бит!

Әлегә өйҙә ултырабыҙ. Ваҡытты бушҡа үткәрмәҫ өсөн яҡын дуҫым булған «Йәншишмә» гәзитен, әҙәби китаптар уҡыйым, интернет бәйгеләрҙә ҡатнашам. Яратҡан шөғөлөмдө лә онотмайым: пластилиндан төрлө һындар эшләйем.

Телевизор, интернет селтәренән ҡараһам да, өлкәндәрҙән күпме ишетһәм дә, әле булһа «тажлы» вирусты аңлай, күңелем менән ҡабул итә алмайым. Ҡыйын миңә. Күпме дуҫтарымдан, туғандарымдан, мәктәбемдән айырҙы ул. Барлыҡ күңелем менән был афәттең тиҙерәк бөтөүен теләйем.

Юлдаш БУЛАТОВ, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Читайте нас: