+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡумыҙсылар ҙа бар беҙҙә

Яңыраҡ Сибайҙың «Яугел» халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамблен ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.

Бик матур осрашыу булды. Беҙ иң боронғо ҡыллы музыка ҡоралының килеп сығышы тураһында ишеттек.

Төрлө тәбиғәт тауыштарын айырырға өйрәтте беҙҙе ансамбль ағзалары. Мө­нәжәттәр, нәсихәттәр ҙә оҡшаны. Әйткәндәй, «Яугел» ансамбле менән республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Дилара Мөхитдин ҡыҙы Рафи­ҡова етәкселек итә. Ул үҙе була алманы, урынына БДУ-ның Сибай институты­нан филология фәндәре кандидаты Римма Һөйөндөк ҡыҙы Аҡма­нова килгән ине. Апай­ҙың йырҙар, ҡу­мыҙ тураһында сығышы ҡыҙыҡлы булды. Беҙ үҙебеҙ ҙә уйын ҡоралын сиртеп ҡараныҡ.

Бик күп мәғлүмәт алдыҡ осрашыуҙан.

Линара ҠОТЛОҒУЖИНА, V «Б» синыфы уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Иҫке Сибай мәктәбе.
Читайте нас: