+3 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
24 Апрель 2020, 13:26
Беҙ ҙә яңыса уҡыйбыҙ
Мәмбәт мәктәбе уҡыусылары ла дүртенсе сиректе яңыса – дистанцион уҡыу менән башланы.
Был, әлбиттә, балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дә ҙур һынау инде. Әйткәндәй, беҙ яҙғы каникул осорон көсөргәнешле әҙерлек эштәре менән үткәрҙек. Мәғарифты үҫтереү институты һәм районыбыҙҙың мәғариф идаралығы тарафынан уҡытыусыларға, ата-әсәләргә вебинарҙар ойошторолдо. Һуңғы сиректең календарь-тематик пландарына ла үҙгәрештәр индерелде. Мәмбәт мәктәбе педагогтары ҙур тәжрибә туплап, төрлө методик алымдар, заманса технологиялар ҡулланып эшләгәс ни, был ҡатмарлыҡтар тыуҙырманы. Һәр фән уҡытыусыһы үҙенә платформалар һайлап, кейс-технологиялар ҡулланып, онлайн-дәрестәр, конференциялар үткәрә.
Ата-әсәләр менән дә даими бәйләнеш тотабыҙ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ. Уларҙың ярҙамына рәхмәтлебеҙ.
Хәҙерге балаларҙың заманса технологиялар менән үҙ аллы эш итә алыуҙары ла маҡтауға лайыҡ, тип уйлайым. Уларға Zoom, скайп, «ЯКласс», «Учи.ру» сайттарындағы күнегеүҙәр оҡшай. Әммә уҡыусылар мәктәпте, дуҫ-иштәрен, синыфташтарын, уҡытыусыларын һағыныуҙарын да йәшермәй. Тиҙерәк мәктәпкә барыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтәләр.
Бөтә донъя буйынса таралған афәт йәһәтерәк үтеп китһен ине. Беҙ ҙә, балалар ҙа тик шулай тип кенә теләйбеҙ.
Милә МӘМБӘТОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Хәйбулла районы.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...