+3 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
30 Апрель 2020, 13:19
Ғаиләбеҙҙең мәңге һулымаҫ гөлө
Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләр – ул атай менән әсәй. Күңелем тулған саҡтарҙа мин иң беренсе улар янына барам, шатлыҡтарымды ла иң тәүҙә ғәзиздәрем менән бүлешәм. Ә был һүрәтләмәмдә һеҙгә әсәйем тураһында һөйләргә теләйем.
Ниндәй генә булһа ла, бала әсә өсөн йөрәк алмаһы, тиҙәр. Минең әсәйем – ҡояштың йылыһын алмаштырыусы ла, ауыр ваҡытта кәңәш биреүсе лә, серҙәш тә, өйөбөҙҙөң, ғаиләбеҙҙең мәңге һулымаҫ гөлө лә. Беҙгә, биш балаға, ғүмер биреүсе фәрештә лә. Уның һәр ваҡыт алсаҡ йылмайыуына ҡыуанабыҙ, ә тәрән, диңгеҙҙәй сикһеҙ күңелендә беҙгә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо ята.
Әсәйемдең исеме – Гөлсинә, исеме есеменә тап килеп тора. Өйөбөҙҙө гөл-сәскәгә күмгән ҡәҙерлебеҙ – һәр яҡлап та өлгөр, ижади, һәләтле кеше. Атайым менән икәүләп һәр беребеҙҙә йыр-бейеүгә, музыка ҡоралдарында уйнауға һөйөү уяталар.
Әсәйем белеме буйынса – уҡытыусы. Уның яратҡан шөғөлдәре лә бик күп: бәйләй, тегә, бешеренә. Ҡәҙерлебеҙ тәмлекәстәрҙе төрлөләндереп әҙерләргә ярата, шуға һәр байрамдың түрен ул бешергән торттар, рогаликтар, бәлештәр биҙәй. Ҡусты-һеңлеләрем менән атай-әсәйебеҙгә гел ярҙам итергә, уларҙың ышанысын аҡлап, үҙҙәрен гел ҡыуандырырға тырышабыҙ.
Тормошта ниндәй генә ауырлыҡ килеп сыҡмаһын, ул иң беренсе атай менән әсәй йөрәге аша үтә, тиҙәр. Шуның өсөн яҡындарыбыҙҙы ҡәҙерләйеҡ, һаҡлайыҡ, яратайыҡ! Улар бит беҙ тип кенә йәшәй.
Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА,
йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән