+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ ҙә диктант яҙыуҙа ҡатнаштыҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 305 мең 600 кеше яҙған. Унда Рәсәйҙең 18 төбәгенән, 24 сит илдән милләттәштәребеҙ ҡатнашҡан, шуларҙың 39 мең 214-е – Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, 3 мең 395-е – сит илдәрҙән. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға – 5 йәш, ул Баймаҡ ҡалаһынан икән. Ә иң өлкәненә – 96 йәш, Ишембай районынан.


Ысынлап та, 25 апрель көнө иртәһе бигерәк тә матур булды. Бөтәбеҙҙе лә ихлас йылмай­ғандай, яҡты нурҙарын сәсеп, ҡояш уятты. Тәмле сәйҙәр эсеп алғандан һуң, ҡағыҙ, ручкаларыбыҙҙы әҙерләп, телевизор­ҙарҙы үҙебеҙҙең яратҡан Башҡортостан юлдаш каналына көйләп тә ебәрҙек. Бына беҙҙең алда – таныш ағай, апайҙар! Яратҡан алып барыусылар ихлас йылмайып сәләмләне.


Теркәлеүселәр һаны иртән­ге иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, 50 кеше булһа, аҙаҡтан һандар артып, 60-ҡа яҡынайҙы.

Диктан яҙыу көнө барыбыҙға ла күтәренке кәйеф бүләк итте.

Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Подольск ауылы.

Читайте нас: