+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
11 Сентябрь 2020, 13:23
Әҙәби осрашыу
Районыбыҙҙа Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге «Йәйғор» ойошмаһы бик әүҙем эшләй. Уның рәйесе – яҙыусы Иҙрис Ноғоманов һәм «Йәш сәсәндәр мәктәбе» етәксеһе – шағирә Фәнүзә Биктимерова әленән-әле оло һәм йәш быуын ағзаларын төрлө конкурстарға йәлеп итеп, дәртләндереп тора.
Яңыраҡ «Йәйғор» ағзаларын Ҡырҙас ауылы мәҙәниәт йортона саҡырып, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн бүләкләү тантанаһы булып үтте. Уны Фәнүзә Биктимерова бик йәнле, матур итеп алып барҙы. Осрашыуға Ишҡол китапханаһы директоры Руфина Ирғәлина ла килгән ине. Ул «Йәйғор»ҙарға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырыу концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Мәҙәниәт йорто директоры Роза Хәйруллинаның, Ҡырҙас мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Лилиә Йомағужинаның, мәктәп уҡыусылары Ләйлә һәм Лиза Ноғомановаларҙың моңло, матур йырҙары, шулай уҡ Фәнүзә Биктимерованың ейәнсәре, Атауҙы мәктәбе уҡыусыһы Әҙилә Әйүпованың оҫта итеп башҡортса бейеүе осрашыуға тағы ла нығыраҡ йәм өҫтәне.
Лилиә СОЛТАНОВА,
БДУ-ның IV курс студенткаһы.
Әбйәлил районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән