+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
11 Сентябрь 2020, 14:40

Тағы ла бер ҙур еңеү!

Уҙған уҡыу йылында үт­кәрелгән «Тармаҡ лидерҙары» Бөтә Рәсәй ойошмалары конкурсында 3-сө республика башҡорт интернат-гим­назияһы еңеп сыҡ­ҡайны. Унда яулан­ған бүләгебеҙ – диплом һәм «Дистанцион технологиялар өсөн онлайн ҡоралдар һәм конструкторҙар программаһы йыйылмаһы» сертификаты уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһендә директорыбыҙ Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡановҡа тапшырылды.

Мәғарифта, фәндә, мәҙәниәттә, спортта юғары уңыштары бул­ған, идара итеүҙә тәжрибә туп­лаған алдынғы ойошмаларҙы эҙләү, табыу, артабан үҫтереү, ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған был асыҡ конкурс октябрҙән алып март аҙағына тиклем барҙы. Гимназиябыҙҙың лаборанты Илнур Илсур улы Имаков менән директорҙың фән буйынса урынбаҫары Рәзилә Ғиниәт ҡыҙы Исмәғилева белем усағыбыҙ тарихы, бөгөнгө уңыштары, Рәсәй, республика кимәлендәге конкурс һөҙөмтәләре, олимпиада еңеүселәре, спорт, сәнғәт өлкәһендәге уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары, сығарылыш уҡыусылары тураһында презентация, видеояҙмалар әҙерләне һәм бәйгегә ебәргәйне.

Беҙ, уҡытыусылар коллективы, гимназиябыҙ, уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм киләсәктә лә уҡыу йортобоҙға уңыштар теләйбеҙ. Белем усағыбыҙҙың юбилейын яҡшы кәйеф менән ҡаршылайбыҙ.


Әлфиә РӘЖӘПОВА, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте уҡытыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.

Читайте нас: