+11 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
18 Сентябрь 2020, 23:57
Яҡшы кәйеф бүләк итте байрам
Башҡорт күлдәктәрен кейеп беҙ,Рәхәтләнеп бөгөн уҡыныҡ.Милли кейем – милләт йөҙө ул,Шуны тағы берҙе аңланыҡ...Сентябрҙең йылы яҡты бер көнө. Тирә-яҡта – сәскәләр. Ана, ҡояш та йылмая! Ә беҙҙең Подольск мәктәбендә – Милли кейем байрамы.
Иртәнән алып белем усағыбыҙҙа күңелле башҡорт көйҙәре яңғырап торҙо. Төрлө-төрлө ҡул эштәренән, милли биҙәүестәрҙән һығылып торған күргәҙмә лә барыһын үҙенә ылыҡтырҙы. Ниҙәр генә юҡ ине унда: сигелгән таҫтамалдар, ҡашмау, беләҙектәр, түшелдерек, ҡорама эштәре лә... Күбеһенә ағинәйебеҙ Люциә апай Рәхмәтованың алтын ҡулдары тейгән. Ул уҡыусыларға милли кейемдәребеҙ хаҡында бик ентекле, мауыҡтырғыс итеп һөйләп ишеттерҙе.
Һуңынан уҡыусылар башҡорт күлдәктәре кейеп, биҙәүестәр тағып, квест уйынына ашыҡты. Алтынсы, етенсе һәм туғыҙынсы синыф уҡыусылары милли мәҙәниәт буйынса үҙҙәренең белемдәрен тикшереп, бәйгелә сәмләнешеп ярышты, төрлө уйындар уйнаны.
Кескәйҙәр ҙә был күркәм саранан ситтә ҡалманы. Уҡытыусылары уларҙы милли кейемдәр менән таныштырып, синыф сәғәттәре үткәрҙе.
Милли кейем көнө барлыҡ уҡыусыларға яҡшы кәйеф һәм иҫтәлекле минуттар бүләк итте.
Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА,
уҡытыусы.
Хәйбулла районы,
Подольск мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән