+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
25 Сентябрь 2020, 13:02

Парадта ла, флешмобта ла ҡатнаштыҡ

Милли кейем көнөн беҙҙең 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында ла көтөп алдылар. Уға ныҡлап әҙерләндек. Ә байрам көнө төрлө милләт кейемдәрен кейеп килгән балаларҙы, ата-әсәләрҙе моңло көйҙәр яңғыратып, балалар баҡсаһы алдында уҡ ҡаршы алдыҡ.

Педагогтар тарафынан төркөмдәрҙә кескәйҙәр өсөн милли кейемдәргә арналған әңгәмәләр, викториналар, шиғыр һөйләү бәйгеләре, әкиәт сәхнәләштереү – бары­һы ла ҡыҙыҡлы булды. Мин – «Башҡорт тирмәһе»нә, ә уҡытыусы-дефектолог Ксения Вячеславовна Әхтәмова «Урыҫ йорто» балалар баҡсаһы музей­ҙарына башҡорт һәм урыҫ халыҡтарының милли кейемдәре, уларҙың тарихы менән таныштырыу өсөн экскурсиялар ойоштор­ҙоҡ.

Төркөмдәрҙә «Тыуған яҡты өйрәнеү» мөйөшөн милли кейемдәр тураһында материалдар, атрибуттар менән тулыландырыу маҡсатында «Милли кейем – милли ҡиммәт» акцияһы иғлан ителгәйне. Ата-әсәләр милли кейемдәр, биҙәүестәр һәм милли кейемдәге ҡурсаҡтар алып килде.

Уҡытыусы-логопедтар Айгөл Фәхретдин ҡыҙы Байсурина, Динә Хәйебйән ҡыҙы Ермеева һәм физкультура етәксеһе Зилә Хәйебйән ҡыҙы Фәттәхова тарафынан халыҡ оҫталарының ҡул эштәренән, сувенирҙарҙан ойошторолған күргәҙмә барыһының да күңеленә хуш килде. Айгөл Фәхретдин ҡыҙы ата-әсәләргә милли биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреп, видеоматериал тәҡдим итте.

Сағыу байрам төҫө алған иҫтәлекле көнөбөҙ «Милли кейемдәр» парадын ойоштороу менән дауам итте. Бын­да иһә һәр төркөм балалары үҙ милли кейемендә сы­ғыш яһаны. Шулай уҡ һәр кем педагог-психолог Гүзәл Илдар ҡыҙы Әхмәтова хәстәрлегендә төрлө халыҡ би­ҙәктәре менән матурлап әҙерләнгән махсус урында иҫтәлеккә фотоға төштө. Был фотоһүрәттәребеҙ менән социаль селтәрҙәрҙә мәҙәниәт министрлығы ойошторған «Минең милли кейемем» исемле флешмобта ла ҡатнаштыҡ.

Әлфиә БАЙМЫРҘИНА, башҡорт теле уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.


Читайте нас: