+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
25 Сентябрь 2020, 13:20
Уйнап асыла бала күңеле
Республикабыҙҙа төрлө гәзит-журналдар баҫыла. Был, әлбиттә, шатлыҡлы күренеш. Сөнки уҡыусы йәшенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, үҙенә кәрәклеһен һайлап яҙыла ала. Шулар араһында «Йәншишмә» гәзите айырыуса иғтибарға лайыҡ. Һайлаған һөнәрем балалар менән бәйле булғас, был баҫманы эшемдә лә ҡулланам. Бәләкәстәргә унда баҫылған сәсмә әҫәрҙәрҙе уҡыйым, әкиәттәр менән таныштырам. Киләһе йылда ла яратҡан гәзитем менән бергә булыу маҡсатында алдан уға яҙылып ҡуйҙым.
«Йәшерәм, йәшерәм яулығымды Йәшел ҡайын артына...»
«Тирәккәй» балалар баҡсаһындағы «Сәскәләр» башҡорт төркөмөнә йөрөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар бигерәк шуҡтар, шаяндар, отҡорҙар. Беҙ йыш ҡына төрлө башҡорт халыҡ уйындары уйнайбыҙ. Улар ярҙамында халҡыбыҙ ынйыларын тергеҙәбеҙ, ә был үҫеп килеүсе йәш быуынға төрлө яҡлап асылырға ла ярҙам итә. Юҡҡа ғына, бала күңеле уйнап асыла, тимәйҙәр бит. Әлбиттә, теге йәки был уйынды башлар алдынан шыбаға һалышабыҙ. Кем ҡала, шул – алып барыусы.
Халыҡ телендә уйындар исеме төрлөсә ҡулланыла. Мәҫәлән, әҙәби телдә «Йәшерәм яулыҡ» беҙҙеңсә – «Ҡулъяулыҡ», «Йөҙөк һалыу» «Үгеҙ йөҙөк» тип атала. Бәләкәстәр уларҙың икеһен дә яратып уйнайҙар. Тәүгеһендә иғтибарлылыҡ, етеҙлек талап ителһә, икенсеһендә отолмаҫ өсөн һиҙгерлек, отҡорлоҡ кәрәк.
Әлбиттә, уйында, еңеүселәре лә, еңелеүселәре лә була. Был ваҡытта һәр кем нимәгә һәләтле икәнлеген күрһәтеп ҡала. Һәр нәмәгә отҡор Асҡар Ҡунафин иптәштәренең теләген йәһәт кенә үтәп ҡуя. Айрат Ғәзизов иһә еңелә ҡалһа, һүрәт төшөрә һала, Руслан Гәрәев һынамыштар әйтә. Алмаз Татлыбаев шиғыр ятлай, Элиза Ғәйнуллина менән Ләйсән Әбүбәкировалар бейергә төшөп тә китәләр... Шулай һәр уйындың аҙағы күңелле концерт менән тамамлана.
Гөлнара БАТЫРШИНА,
тәрбиәсе.
Ғафури районы,
Красноусол ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән