+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Октябрь 2020, 20:53

Матур үтте байрам

Республика көнө уңайынан беҙҙә лә матур байрам үтте. Үҙәк майҙанда концерт күрһәтелде, йәрминкә ойошторолдо.

Бын­да барыһы ла бар ине: кәбеҫтә, кишер, һуған, бал, ит, буҙа... «Осҡон» редакцияһы бинаһы алдында кешеләр гәзиткә яҙыла алды.

Байрам концертында беҙҙең гимназия уҡыусылары ла сығыш яһаны. «Талисман» вокал ансамбле (етәксеһе – Ф. Нөғәмәнова) – матур, моңло йырҙарын, «Урал ынйылары» менән «Шоколадки» бейеү ансамбл­дәре (Ә. Фәтхетдинова) тамашасыларға дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Зилә һәм Хәсән Усмановтарҙы халыҡ көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Шулай уҡ район мәҙәниәт йорто артистары йыр-бейеүҙәре менән һоҡландырҙы.

Бик матур, үҙенсәлекле байрам булды.

Гөлназ НӨҒӘМӘНОВА,

V синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы,

Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
Читайте нас: