-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Октябрь 2020, 20:18

Һоҡланғыс көҙ

Мәктәпкә килгәндә ағастарҙа һары, ҡыҙыл япраҡтар күрәм.

АЛТЫН МИҘГЕЛ. Полина ҒАБДУЛЛИНА, IV «Б» синыфы уҡыусыһы. Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.
АЛТЫН МИҘГЕЛ. Полина ҒАБДУЛЛИНА, IV «Б» синыфы уҡыусыһы. Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.
Улар ергә ҡойолһа, өҫтөндә аунап ятып уйнарға була. Ә урманда тәмле генә көҙ еҫе. Ҡояш апай һаман да алсаҡ көлөп тора. Ағастар араһында йөрөү бик күңелле!


Нурсилә КИЛМӨХӘМӘТОВА.

* * *


Көҙгө урман матур, сағыу. Ағастарҙың япраҡтары төр­лө-төрлө төҫтәргә буялған. Был миҙгелдә япраҡтар ҡойола, бәшмәк тә күп була. Ерҙең йөҙө алтынлана. Алтын көҙҙә урмандар ҙа һоҡланғыс!


Розалиә АҪЫЛҒУЖИНА,
V «Б» синыфы уҡыусылары.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай мәктәбе.


Читайте нас