Ҡалабыҙҙың 44-се балалар баҡсаһының «Болотҡай» һәм «Алтын балыҡ» төркөмдәрендә – «Бөтәһе лә республика тураһында» тип аталған патриотик уйын сәғәте, 25-се балалар баҡсаһының «Йәйғор» төркөмөндә «Әгәр ҙә ерҙә ожмах бар икән, ул – беҙҙең Башҡортостан» тигән тыуған яҡты өйрәнеү кисәһе ойошторолдо. Интернат-лицейҙың дүртенсе синыфтары менән «Сәскә ат, минең тыуған Башҡортостаным!» тип исемләнгән әҙәби осрашыу уҙҙы. Ә «Минең республикам тураһында» тигән патриотик кисә 3-сө мәктәптең II, III синыф уҡыусылары менән үткәрелде.
Ҡыҙҙар, малайҙар был сараларҙа «суверенит» һүҙенең нимә аңлатыуын, Башҡортостан Республикаһының ҡасан барлыҡҡа килеүен, ниндәй символдары барлығын белде. Улар бирелгән һорауҙарға ла дөрөҫ итеп яуап бирергә тырышты, төрлө уйындарҙа ла ихлас ҡатнашты.