-31 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
30 Октябрь 2020, 19:19
Икмәк тә бит ҡояш кеүек
2006 йылдан алып 16 октябрь Икмәк көнө итеп билдәләнә. Ә был ҡәҙерле ризыҡ бынан һигеҙ мең йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән, тип фаразлана.
Икмәк тәүҙәрәк ярмаларҙан усаҡта ҡояш формаһында бешерелгән. Беҙҙең халыҡта уны көлсә тип атағандар. Ҡояш кеүек түңәрәк булыуы тиктән килеп сыҡмаған. Икмәк, ҡояш һымаҡ уҡ, әҙәм балаһына йәшәү өсөн көс бирә, тип уйлағандар һәм бер ҙә яңылышмағандар. Үткән быуаттан бойҙай, арыш оно өҫтөнлөк иткән. Башта ҡул, һуңғараҡ һыу тирмәне менән тарттырып бешергәндәр. Һуғыш ваҡыттарында, аслыҡ-йотлоҡ йылдарында иһә алабута кеүек ашарға яраҡлы үләндәрҙең орлоҡтары ла ҡушылған.
Әлеге көндә икмәктең ниндәйе генә юҡ! Сүпрә ҡушылғандары ла, онһоҙ ғына әҙерләнгәндәрен дә осратырға мөмкин. Ниндәй генә булмаһын, икмәк – һәр өйҙә теләп әҙерләнгән ризыҡтарҙың береһе. Уның бер генә валсығын иҙәнгә төшөрөү ҙә яҙыҡ һанала.
«Ҡыңғырауҙар» төркөмөнә йөрөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа был көндө һәр ваҡыт яратып ашаған ризыҡтарының береһе икмәк тураһында күп нәмә белде. Уның ҡайҙа үҫеүе, нисек әҙерләнеүе, магазин кәштәләренә килеп ятҡансы күпме һөнәр эйәһенең хеҙмәт көсө түгелеүе хаҡында ишеттеләр, һүрәттәр ҡаранылар. Пластилиндан иген башағын күмәкләшеп эшләнеләр. Икмәк тураһында шиғырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр өйрәнгәндән һуң, Марк Ғиззәтуллиндың өләсәһе бешергән ҡалас менән һыйландылар.
Киләсәктә улар араһынан да данлыҡлы игенселәр, оҫта икмәк бешереүселәр сығыр әле.
Айгөл ГӘРӘЕВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, 166-сы балалар баҡсаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән